БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ
ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ
МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
МАҠАН АУЫЛЫ МОДЕЛЛЕ КИТАПХАНАҺЫ
logo
МУНИЦИПАЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
ЦЕНТРАЛИЗОВАННАЯ БИБЛИОТЕЧНАЯ СИСТЕМА
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ХАЙБУЛЛИНСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
МАКАНСКАЯ СЕЛЬСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА

“Башҡорт теле-туған телем» әҙәби сара

Башҡорт теле- беҙҙең әсә телебеҙ. Уның моңо, көсө һәм ҡеүәте, шиғри биҙәге һәм тапҡырлығы, булат ҡылыстай үткерлеге, күркәм яңғырашы беҙҙең ҡаныбыҙға һеңгән. Башҡорт телебеҙ музыкаль, һығылмалы, өндәребеҙ бай һәм яғымлы булыуы башҡорт халҡының – тәбиғәткә яҡынлығы хаҡында һөйләй. 14 декабрь Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән «Башҡорт теле көнө» тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы Маҡан ауыл моделле китапханаһы башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереү маҡсаты менән башланғыс синыф (етәксеһе Исҡужина Г.М.) балалары өсөн “Башҡорт теле-туған телем” исемле әҙәби сара ойошторҙо. Сара барышында балалар Башҡорт халҡының бөйөк шағир- мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында таныштылар, бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдылар.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Исҡужина Гөлфирә Мөхәмәт ҡыҙы балларға мәҡәлдәр, йомаҡтар тураһында һөйләп үтте. Беҙҙең Ағинәйебеҙ Рәмзиә Әҡсән ҡыҙы Дагирова Рәми Ғәриповтың “Туған тел”, Мифтахетдин Аҡмулланың “Башҡортарым уҡыу кәрәк” шиғырҙары менән сараны биҙәне. Балалар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләп ҡыуандырҙылар. Туған телебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡларға, уға тоғро булып, һүҙҙәрҙе боҙмайса, саф башҡорт телендә һөйләшергә тейешбеҙ. Быны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, халҡыбыҙ ҙа йәшәр, Башҡортостаныбыҙ ҙа сәскә атыр.