БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ
ҮҘӘКЛӘШТЕРЕЛГӘН КИТАПХАНАЛАР СИСТЕМАҺЫ
МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
МАҠАН АУЫЛЫ МОДЕЛЛЕ КИТАПХАНАҺЫ
logo
МУНИЦИПАЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
ЦЕНТРАЛИЗОВАННАЯ БИБЛИОТЕЧНАЯ СИСТЕМА
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ХАЙБУЛЛИНСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
МАКАНСКАЯ СЕЛЬСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА

«Блокада икмәге» Бөтә Рәсәй акцияһы

27 ғинуар – Рәсәй тарихында иҫтәлекле дата. Ул беҙгә 900 көн һәм төн дауам иткән Ленинград блокадаһы өҙөлгән көн булараҡ билдәле.

Аслыҡ, ҡаланың өҙлөкһөҙ бомбаға тотолоуы, Төньяҡ баш ҡала халҡының батырлығы тарихыбыҙҙа мәңгегә уйылып ҡалған. Ул ваҡыттан һуң 79 йыл үткән, әммә Ленинград халҡының ҡаһарманлығы сыҙамлыҡ өлгөһө булып тора, беҙ уны оноторға тейеш түгелбеҙ.

Әүҙем гражданлыҡ позицияһын тәрбиәләү, йәштәр, балалар араһында халҡыбыҙҙың героик үткәненә хөрмәт, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү маҡсатында, 12 ғинуарҙан 27 ғинуарға тиклем бөтә Рәсәй  “Блокада икмәге” тип атлаған акцияһы үттте. Был акцияға Маҡан ауыл моделле китапханаһы ла ҡушылды.

Сарала ҡатнашыусыларға һуғыш йылдарында кешеләрҙең нисек көн итеүе, икмәк заводының эше, икмәкте ниндәй ондан бешереүҙәре, ни өсөн блокада икмәге тип атағандары тураһында һөйләнеләр. Акцияла ҡатнашыусыларға китапхана хеҙмәткәҙәре ошо йылдарҙа бер кешегә көнөнә бирелгән 125 грамм икмәкте таратып сыҡтылар. Бар ҡатнашыусыларға икмәк карточкаһы таратылды. Блокада көндәрендә икмәк карточкаһын юғалтыу әжәлгә тиң була. Бер кемгә лә артыҡ икмәк бирелмәгән.

Акция көн дә кәрәкле аҙығыбыҙ — икмәкте ҡәҙерләргә, әрәм-шәрәм итеп йөрөтмәҫкә кәрәклеген төшөндөрҙө, был тарихи ваҡиғаны онотмаҫҡа саҡырҙы.